Башҡорт теле көнө
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 489
Кәрешкә мәктәбендә Башҡорт теле көнө «Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле!» исеме аҫтында үтте.Уҡыусылар тел тураһында шиғырҙар,мәҡәлдәр яттан һөйләнеләр. 5-се класс уҡыусыһы Мөхәмәтйәнов Динислам иң оҫта шиғыр һөйләүсе булы.5-9-сы кластар диктант яҙҙылар, «Иң грамоталы уҡыусы» конкурсында Бигильдина Лиана, Сәйфуллин Ирәндек, Әмиров Арслан. Юлдашбаев Нурислам (8 кл.),Йәнтилина Алтынай,Мостахитдинов Ғайса, Мөхәмәтйәнов Динислам(5 кл.),Юламанова Фаягөл (6 кл.),Йәнтилина Наҙгөл, Рафиҡова Гүзәлиә (9 кл) еңеүселәр тип табылды.Шулай уҡ 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары араһында тасуири уҡыу бәйгеләре үтте. ”Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ “ видеороликта Нургизә Дәүләтбаева (1 кл.), Хужабиргәнова Аиданың (7 кл.) эштәре иң яҡшылар рәтендә .” Минең - ҡәлғәм“ темаһына иншалар конкурсы ла үтте.Ирназарова Нурания, Хужабиргәнова Аида (7кл.), Яҡшыбаева Гөлиә, Ҡаһарманова Гөлназ(8 кл.),Йәнтилина Наҙгөл (9 кл.), Тулыбаев Нургиз (6 кл.),Дмитрик Эльвина, Мөхәмәтйәнов Динислам,Яхина Алтынай, Ҡаһарманова Гөлдәриәнең (5 кл.) эштәре уңышлы тип табылды. ” Ғаиләм минең “ темаһына арналған һүрәттәр конкурсында Таһиров Рамзан, Дәүләтбаева Нургизә (1кл.), Ирназарова Нурания, Дауытов Салауат, Хужабиргәнова Аида (7 кл.), Сәйфуллин Ирәндек (8кл.) әүҙем ҡатнашты. Башланғыс класс уҡыусылары “ Мин телемде яратам” исемле флешмоб ойошторҙолар. 9-сы класс уҡыусыһы Йәнтилина Наҙгөл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында призлы урын яуланы.Ҡотлайбыҙ!