1 сентябрь- Белем көнө

Сентябрь 1, 2025 Просмотров: 180
1 сентябрь - Белем көнө
Бөгөн илебеҙҙә барлыҡ мәктәптәр яңы уҡыу йылына ишектәрен асты.
Беҙҙең Кәрешкә мәктәбендә лә Белем көнөн айҡанлы тантаналы линейка үтте. Директор вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Мисбах ҡыҙы Дәүләтбаева, мәғариф бүлегенең методика бүлеге мөдире Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙы, район депутаты Нәбиев Венер Васил улы, ауыл хакимиәте вәкиле Әхмәҙуллина Ләйсән Тәфтизан ҡыҙы байрам менән ҡотлағас, беренсе класҡа килеүсе уҡыусыларға бүләктәр бирҙеләр. Гөлшат Мисбах ҡыҙы үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһағас алдынғы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғы 9-сы кластың уҡыу алдынғыһы Бигильдина Лианаға бирелде. 1-се класс уҡыусылары уҡытыусылары Вәлишина Алсу Ханнан ҡыҙы менән ҡыңғырау моңо аҫтында тәге дәрестәренә йүнәлделәр.
Башҡа кластарҙа мөһим тураһында һөйләшеүҙәрҙең "Зачем человеку учиться?" исемле дәресе үтте.