1. Родителям
  2. Новости
  3. Белем байрамы

Белем байрамы

Сентябрь 1, 2022 Просмотров: 7387

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр!

   Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайым!

   Белем көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын байрамдарҙың береһе. Ул мәғариф системаһы, уҡыусы һәм уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә барлыҡ йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөн яңы белем һәм асыштарға, киләсәккә юл асыла.

    Уҡыусыларға бөтә көс һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтеп юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен, алған белемдәрен тормошта дөрөҫ файҙаланыуҙарын теләйем! Уҡытыусыларға, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә яңы һөнәри уңыштар, түҙемлек, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!

    Яңы уҡыу йылы уңышлы, мауыҡтырғыс, яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын!