Көҙгө биҙәктәр
Сентябрь 11, 2021
Просмотров: 106
Кәрешкә төп дөйөм белем биреү мәктәбендә тематик суббота башланғыс класс уҡыусылары өсөн "Көҙгө биҙәктәр"темаһына бағышланды. 5-9 класс уҡыусылары иһә башҡорт халҡынын шөғөлдәре менән танышты. Вәлишин Ә.Ш. улы егеттәргә ағас һырлау серҙәре буйынса мастер-класс күрһәтһә, Ағинәй Йосопова Ф.А.ҡыҙҙарға ҡорамыш ҡороу, сейләндән биҙәүестәр эшләү сере менән бүлеште.